Башҡортостанда ашлыҡ үҫтереү өсөн баҫыуҙар инвесторға сауҙа үткәрмәйенсә бирелә

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында аграр компанияһы менән килешеү төҙөлдө. Благовар районында 328 гектар биләмәлә бөртөклө һәм техник культуралар үҫтереү ҡарала. Бының өсөн 120 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Республика ҡануниәтенә ярашлы, фермерҙар ашлыҡ үҫтереү өсөн баҫыуҙарҙы сауҙа үткәрмәйенсә 5 йылға тиклем ҡуртымға алырға хоҡуҡлы. Быйыл 27 мең гектарҙа 225 ер биләмәһе ваҡытлыса файҙаланыуға тапшырылған.

Фото №1 - Башҡортостанда ашлыҡ үҫтереү өсөн баҫыуҙар инвесторға сауҙа үткәрмәйенсә бирелә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ