Балалар баҡсаһына сират кәмене. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында үткәрелгән төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһе менән танышты. Тикшереү Волга буйы федераль округында Рәсәй президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса үткәрелде. Мәктәпкәсә белем биреү системаһын модернизациялау дәүләт программаһы Өфөнөң 144-се балалар баҡсаһында дүрт, 324-се балалар баҡсаһында ике төркөм асыу мөмкинлеге бирҙе. Кескәйҙәр өсөн тыуҙырылған яңы шарттар тураһында Лилиә Мәҡсүтова яҙмаһы.
Яңы асылған төркөмдәрҙең береһендә кескәйҙәр аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт телен өйрәнә. Бүлмә милли стилдә йыһазландырылған. Тыуған телгә, илгә һөйөү балалар баҡсаһынан башлана. Мәктәпкәсә белем биреү системаһын модернизациялау дәүләт программаһы сиктәрендә Өфөнөң 144-се балалар баҡсаһында яңы төркөмдәр асылған.
Капиталь ремонт сиктәрендә балалар баҡсаһында бассейн реконструкцияланған, йылытыу һәм вентиляция системаһы яңыртылған, бинаның ҡыйығы яңынан түшәлгән. Киләсәктә балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу өсөн тоҙ шахтаһын асырға ниәтләй.
Өфөнөң 324-се балалар баҡсаһының яңы бинаһы мәктәп биләмәһендә урынлашҡан. Мәктәпкәсә белем биреү системаһын модернизациялау дәүләт программаһы сиктәрендә 60 кешегә иҫәпләнгән ике төркөм асылған.
Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов федераль сығымдарҙың маҡсатлы файҙаланыуын тикшерҙе. Ике мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында башҡарылған ремонт эштәре менән инспектор ҡәнәғәт ҡалды.
Башҡортостандың һәр төбәгендә кескәйҙәр өсөн яҡты, заманса балалар баҡсаһы булырға тейеш, сөнки унда киләсәк быуын тәрбиәләнә. Әле беҙ шул юлда.
Лилиә Мәҡсүтова






