Бының өсөн 50 миллион һумҡа яҡын аҡса тотонола. Баш ҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығы эште үтәйәсәк компанияны һайлай. Ҡарауһыҙ йөрөгән хайуандар приютҡа алып барыла. Улар дауалана, вакцина яһала, тамға беркетелә. Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында “Берәҙәк эттәр тураһында хәбәр ит” тигән интерактив карта булдырылған. Сервис хужаһыҙ хайуандарҙы тиҙерәк аулау маҡсатында асылған. Матбуғат хеҙмәте баш белгесе Гөлназ Тутаева һөйләй.
Өфөлә йыл башынан 5 меңдән ашыу эт тотолған.







