Респулика парламенты ошо турала закон ҡабул итте. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, фатирҙы йыйыштырыу, кер йыуыу, аш-һыу әҙерләү, хат яҙыу һәм башҡа хеҙмәттәр ҡаралған. - Бындай закон махсус хәрби операцияла ҡатнашып, бурысын үтәгәндә яраланып инвалид булып ҡалғандарға комплекслы социаль ярҙам өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, - тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе.







