Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле республикала 22 проблемалы объект иҫәпләнә, 1 мең 200-ҙән ашыу кеше алданған өлөшсө булараҡ иҫәптә тора. Ҡайһы бер йорттарҙы төҙөп бөтөү өсөн яңы компаниялар тәғәйенләнә, икенселәренә компенсация түләнә. 5 йылда граждандарға 9 миллиард һум ҡайтарылған.







