«Башҡортостан» полкы яугирҙарының бер төркөмө йәнә МХО биләмәһенә юлланды

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарының бер төркөмө йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.

Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды яҡларға әҙер. Хәрбиҙәре оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» спорт һарайы алдында үтте. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән бер рәттән Тынлы оркестр оҙатыуында «Башҡортостан полкы маршы» яңғыраны. Музыкаль композиция яугирҙарҙың Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үткән ваҡытында уҡ ижад ителгән.

Отпускаға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә юлланды. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Батыр яҡташтарыбыҙҙы республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич оҙатты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ