Өфөнөң Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге Доставалов исемендәге батальон яугирҙарына тиҙ ярҙам машинаһы оҙатты.
Үҙәктә әлеге ваҡыттта 5 тиҫтәгә яҡын етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар йәшәй. Улар махсус хәрби операция башланғандан алып төрлө социаль проекттарҙа ҡатнаша, яугирҙарға хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрә.
Учреждениеға медицина техникаһы менән баш ҡалала йәшәүсе Александр Торосенко ярҙам иткән. Уларҙың ғаиләһе элек ошо үҙәктән тәрбиәгә балалар алған була. Александр Вениаминович әле коллективҡа сафтан сыҡҡан ашығыс ярҙам машинаһын ремонтлауҙа, Доставолов батальоны менән бәйләнешкә сығыуҙа булышлыҡ итә. Ә үҙәк балалары транспорт сараһының эсенә ҡулдарын төшөрә, изге теләктәр яҙа.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн бай йөкмәткеле концерт программаһы ла әҙерләгән. Балалар яугирҙарға ижади оҫталыҡтарын да күрһәтте, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирҙе. Уҡыусыларҙы яугирҙарҙың ҡушаматы ла, уй-кисерештәре лә ҡыҙыҡһындыра. Осрашыу файҙалы, фәһемле мәғлүмәттәргә бай булды. Яугирҙарыбыҙ балаларҙың күңел йылыһын тойғандыр, ти үҙәк директоры Фәнисә Бәҙретдинова.






