Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә республика башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Шишмә йәшелсә-емеш питомнигында үҫтерелгән продукция менән Башҡортостандың 14 муниципалитетындағы белем усаҡтары һәм балалар баҡсалары файҙалана. Уларға питомникта үҫтерелгән еләк, алма һәм еләк компоты, ҡарабойҙай, картуф оҙатыла.
Нефтекаманан «Гранд-туҡланыу» компанияһы Краснокама районы һәм ҡала балалары өсөн ризыҡ бешерә. Предприятиеның аш-һыу әҙерләү фабрикаһы бар. Бында эшләнгән ярымфабрикаттар шулай уҡ Башҡортостандың 14 районына таратыла. Талап ителгән документтар, сертифкаттар бар. Күп кимәлле контроль ойошторолған. Төп маҡсат балалар өҫтәленә сифатлы, файҙалы һәм тәмле аҙыҡ-түлек ҡуйыла. Был балалар сәләмәтлегенең нигеҙе, тип яҙа Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.






