Өфөлә Әсә көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

Бөгөн Башҡортостанда 11 ғаилә «Ата-әсәлек даны» һәм «Ата-әсәлек ҡаһарманлығы» миҙалдарына лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Унда республиканың барлыҡ тарафтарынан гүзәл заттар - күп бала тәрбиәләүсе әсәләр, опекун ғаиләләр, лайыҡлы улдар - Ватан һаҡсыларын үҫтергән гүзәл заттар саҡырылды. Иң матур байрамдың төп геройҙары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова һөйләй.

Фәриҙә Сәлихова ҡыҙҙары Катя менән Таняға тантанаға күлдәктәр әҙерләй. Ҡатын бар күңел йылыһын һалып кейемдәрҙе үҙе тегә. Бер туған ике ҡыҙҙы - барлығы 8 баланы бөгөн Сәлиховтар үҙ сабыйҙарындай күреп тәрбиәләй. Атай кеше малайҙарҙы балта-салғы тоторға өйрәтһә, әсәләре тегеү- сигеү серҙәренә төшөндөрә.

Ә быға тиклем Сәлиховтар 5 баланы үҫтереп, үҙаллы тормошҡа оҙатҡан. 2006 йылда ғаилә тәүге тапҡыр тәрбиәгә бала ала. 10 йәшлек Андрей донъя көтөргә әүәҫ булды, мал ҡараны, һыйыр һауҙы, һәр яҡлап та өлгөр булды тип хәтерләй Сәлиховтар. Әммә үҫеп еткән егет махсус хәрби операцияла һәләк була. Үҙ сабыйҙары булмағас, мөхәббәтле пар күңел йылыһын ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға бирә.

Әсәләр көнө уңайынан өлгөлө ғаилә «Ата-әсә ҡаһарманлығы»миҙалы менән бүләкләнде. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм нығытыуға ҙур өлөш индергән ата-әсәләр, опекундар, өлгөлө ғаиләләргә байрам уңайынан дәүләт наградалары тапшырылды. 4 бала тәрбиәләүсе Гөлназ менән Венер Сафиндар «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Бөгөн республикабыҙҙа 46 мең күп балалы ғаилә йәшәй, был йәһәттән беҙ-Волга буйы федераль округында лидерҙар тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡотлау сығышында.

Тейешле медицина хеҙмәтен һәм уңайлыҡтар булдырмайынса, демография тураһында һөйләү урынлы түгел. Шуға күрә республикала бала табыу йорттарына айырыуса иғтибар бүленә. Тантанала иң яҡшы бала табыу йорттары һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары бүләкләнде. Байрам тантаныһана шулай уҡ лайыҡлы ил һаҡсыларын үҫтергән әсәйҙәр саҡырылды. Бер аҙ тормош мәшәҡәттәренән арынып, улар сағыу концерт ҡараны.

Педагог, ғалим, табип, сәнғәт эшмәкәре, эшҡыуар. Ҡатын -ҡыҙҙар төрлө тармаҡ эшсәндәре, улар үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән тормошобоҙҙо яҡшырта. Хөкүмәттә лә ҡатын-ҡыҙҙар күп яуаплы вазифалар биләй. Әммә шулай ҙа улар тәү сиратта әсәйҙәр. Нескә күңелле, киң йөрәкле, мөхәббәтле һәм мәрхәмәтле зат эйәләре.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ