Өфөлә ун алтынсы халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форумда быйыл дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Тармаҡ белгестәре иҡтисадта, бизнеста киләсәккә йүнәлештәр билдәләй. «Торатау» конгресс-холында барған форумдан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы түңәрәк өҫтәлдәрҙә көнүҙәк һорауҙар буйынса фекер алышыуҙарға, сығыштарға бай булды.
Финанс партнерлыҡ уның эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙәге урыны ҡаралды. Хәләл бренды аҫтында эшмәкәрлек алып барыусылар уның ыңғай яҡтарын билдәләй.
Ипотека биреүҙә һәм алыуҙа торлаҡ өсөн аҡса туплау схемаһы менән Башҡортостанда биш меңдән ашыу ғаилә файҙаланған. Тәүге иғәнә өсөн банкта аҡса туплау программаһы һәм уның перспективалы йүнәлештәре түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә лә күтәрелде. Эксперттар быға ҡағылышлы ҡануниәткә төҙәтмәләр индереү яҡлы.
Махсус иҡтисади биләмәләр, уларҙа резиденттарға булдырылған шарттар һәм был зоналарҙың үҫеш йүнәлештәре тикшерелде.
Импортты алмаштырыу темаһы буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Мәҫәлән, ҡағыҙ ҡатырғаны, шешә өсөн пластикты үҙебеҙҙә эшләп сығарыу.
Евразия иҡтисади үҙәге, уның етештереүселәр өсөн әһәмиәте ҡаралды.
Сәйәхәтселәр, Ирәмәлгә артылыусылар өсөн яҡшы яңылыҡ бар. Белорет районы Николаевка ауылында яңы кемпинг барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы һәм проект авторы араһында ошо хаҡтағы килешеү төҙөлдө.Бынан тыш форум сиктәрендә сәнәғәт тармағы буйынса ундан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Туризм өлкәһендә донъяуи стандарттар, трендтар һәм ашнаҡсыллыҡ темаһы буйынса тармаҡ белгестәре фекер алышты.
Агроконтрактацияның фермер продукцияһын киң сауҙаға сығарыуға булышыуы, уның ҡағиҙәләре тураһында тармаҡ белгестәре йыйылышы үтте. Контрактация- етештереүсе менән һатыусы араһында төҙөлә. Уның буйынса фермер продукцияһын мотлаҡ килешеү төҙөгән ритейлерға тапшыра.
Башҡортостанға йыл дауамында ике мең инвестиция проекты йәлеп ителгән. Был алдағы йылдарға ҡарағанда, ике тапҡырға күберәк, ти эксперттар.
Рәмилә Исмәғилева






