Башҡортостан бизнес-берләшмәһенең иң алдынғы компаниялары «Беренселәр ваҡыты» премияһына лайыҡ булды. Өсөнсөгә уҙғарылған сарала предприятиелар инвестиция әүҙемлеге һәм социаль яуаплылығы буйынса ун номинацияла билдәләнде.
Производство ҡеүәтен, продукция күләмен арттырған, яңы эш урындары булдырған, махсус хәрби операцияға ҙур ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге лайыҡлы баһа алды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, йыл аҙағында республика сәнәғәте, иҡтисады үҫешенә терәк булып, эшлекле репутация яулаған компанияларҙы махсус премия менән бүләкләү - үҙенә күрә рәхмәт билдәһе лә.






