Быйылғы конкурс тәртибенә үҙгәрештәр индерелгән. Номинациялар исемлеге 12-гә арттырылған. Еңеү яулаған йортта йәшәүселәргә аҡсалата бүләк тапшырыла. Субсидияны ихатаны төҙөкләндереү йәки йорт советы рәйесенә премия итеп тапшырырға мөмкин. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина.
Был йортҡа 20 йыл элек нигеҙ һалынған. Хәҙер инде таушала башлаған бинаны йортта йәшәүселәр үҙ көсө менән төҙөкләндергән. Тәүҙә «Башҡорт ихаталары», һуңынан капиталь ремонт программаларында ҡатнашҡан. Ремонттан һуң, халыҡ йортто тәртиптә тотоуға бар көсөн һала. Хәҙер Арыҫлан Мөбәрәков урамында урынлашҡан был бина республика конкурсында «Иң яҡшы йорт» исеме өсөн көрәшә.
Йорттоң һәр ҡатын сәскәләр биҙәй. Йортта йәшәүселәр уларҙы ҡарап, һыу һибеп тора. Подъезда бәләкәй китапхана һәм батареялар йыйыу өсөн пункттар ҡуйылған. Ижад һөйөүселәр хатта күргәҙмә ойоштороған. Быйылғы конкурста торлаҡ йорттар ғына түгел, айырым ихаталар ҙа баһалана. Фәйзи Ғәскәров урамы, 11-се йорт ихатаһы мәҫәлән, «иң яҡшыһы» исеменә лайыҡ булыуы ихтимал.
Конкурста йорттар 12 номинация буйынса баһалана. Быға тиклем «Иң яҡшы йорт» исеме өсөн төҙөкләндереү программаларында ҡатнашҡан торлаҡ ҡына көрәшә алған. Быйылдан был талап алып ташланды. Конкурсҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан 200-ҙән ашыу заявка килеп өлгөргән. Бәйге 1 декабргә тиклем дауам итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина



