Өфөлә Ләйсән Рәхмәтуллинаның күргәҙмәһе асылды

Бер тында. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның Халыҡ-ара акварель көнөндә о һынлы сәнғәт һөйөүселәргә тәҡдим иткән яңы күргәҙмәһе шулай тип атала. Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмәләр залында урынлашҡан экспозицияның исеме акварель жанрында ижад иткән рәссамдарҙың эш алымын сағылдыра. Яңы күргәҙмәне Гөлдәриә Йосопова барып ҡараны.

Күренекле акварель оҫтаһы Ләйсән Рәхмәтуллинаның Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙең баш ҡалаһы һәм Рәсәй төбәктәрендә лә күп тапҡырҙар шәхси күргәҙмәләр уҙғарғаны бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы акварель һөйөүселәргә рәссам ижадының яңы яҡтарын аса, Ләйсәндең ҡыл ҡәләме лә күргәҙмәнән-күргәҙмәгә камиллаша бара.

Акварель сәнғәте рәссамдан һәр башланған әҫәр тамамланғансы ҡылҡәләмде ҡағыҙҙан алмай эшләүҙе талап итә. Йәғни, акварель әҫәрҙәр, ғәҙәттә, бер тында ижад ителә. Йыш ҡына рәссам ҡағыҙға тәүге һыҙыҡтан алып һуңғыһын төшөргәнгә тиклем күп сәғәттәр үтеп китә. Тап шул саҡта ғына ижадсы ҡуйылған маҡсатына ирешә.

Яңы экспозицияла Ләйсән Рәхмәтуллинаның шәхси коллекцияһы һәм Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондында һаҡланған 70 әҫәре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәне төҙөүсе Сәнғәт фәндәре кандидаты Светлана Игнатенко әйтеүенсә, уға ғына хас төҫтәр уйыны ярҙамында Ләйсән Рәхмәтуллина тамашасыны донъяуи мәшәҡәттәрҙән арындырған образдар тыуҙырыуға ирешә. Яңы экспозиция ла талантлы ижадсының рухи бөтөнлөгөн асыҡ сағылдыра.

Үҙенең бер тында яҙылған әҫәрҙәрендә Ләйсән Рәхмәтуллина һәр ваҡыт һынлы сәнғәт һөйөүселәргә уйланырға урын ҡалдыра. Рәссам тәбиғәттән бирелгән һәләте менән генә түгел, тормошҡа фәлсәфәүи ҡарашы һәм заманса фекерләргә ынтылыуы менән дә акварель сәнғәтен яңы үрҙәргә күтәрә.

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ