Ауырғазы районынан Вера Ивановаға «Герой-Әсә» исеме бирелде

Указға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған. Ире Алексей Яковлевич менән бергә улар 11 бала тәрбиәләй. Уларҙың береһе тәрбиәгә алынған. Маҡтаулы исемдән тыш, ғаиләгә 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк тапшырыла. Өлгөлө ғаилә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, ғаилә башлығы-колхоз рәйесе була, фермерлыҡ менән шөғөлләнә, ауылда сиркәү төҙөй башлай. Бөгөн Вера Александровна һәм Алексей Яковлевич бәхетле олатай һәм өләсәй, уларҙың 15 ейән-ейәнсәре, 2 бүләһе бар. Ата-әсәһен лайыҡлы награда менән ҡотларға балалары тыуған йортта йыйылды.

Беҙ әле өйләнешмәгән инек, Алексей ағастан ҙууур өҫтәл эшләп ҡуйған һәм ата-әсәһенә киләсәктә 14 малай һәм 1 ҡыҙ үҫтерергә хыялланыуы тураһында хәбәр иткән. Улай уҡ булмаһа ла, 10 бала таптыҡ, уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ барыһы ла бөгөн беҙҙе ҡотларға ҡайтты.

Вера Иванова, күп балалы әсә

Шулай уҡ Рәсәй президенты указы менән Башҡортостандан Дәүләтовтар, Пантелеевтар, Хәмитовтар һәм Әбдрәкиповтар ғаиләләре - «Ата-әсәлек даны» ордены һәм 500 мең һум премия менән, Ә Ғәлиевтар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» миҙалы һәм 200 мең һум күләмендә премияға лайыҡ булды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ