Километрҙар аша тура сәпкә. Сергей Зорин исемендәге «Башҡортостан» полкы яугирҙары Рәсәй армияһының иң заманса танктарында хәрәкәт итә. Т90М Прорыв танкы бер нисә километр арауыҡтан дошмандың бронетехникаһын, блиндаждарын юҡҡа сығара ала. Яҡташтарыбыҙ әле Рәсәй Ҡораллы көстәре составында Красный Лиман йүнәлешен яулай. Башҡортостан данын яҡлаған «Башҡортостан» полкы егеттәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Т90М Прорыв танкы- рәсәй армияһының махсус хәрби операция зонаһындағы иң заманса техникаһы. «Башҡортостан» полкы яугирҙары тап ошо хәрби транспортта эшләй. Ҡеүәтле броня, яңыртылған хәрби комплект һәм иң мөһиме, пушканан йыраҡҡа атыу, тейҙереү мөмкинлеге. Танк ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы ла үтәргә әҙер. Әммә төп көс тәжрибәле һәм ҡыйыу экипаж.
«Башҡортостан» полкы яугирҙары заманса танктарҙа ла, пехотаның хәрби машинаһында ла эшләй. «Хан» ҡушаматлы яугир махсус хәрби операцияға майҙа юлланған, Өфөлә йәшәһә лә сығышы менән Баймаҡ районынан, эшҡыуар, 5 бала атаһы. Ғаиләмдең тыныс, имен киләсәге өсөн ҡулыма ҡорал алырға мәжбүр булдым. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, ти ҡаһарман яҡташыбыҙ.
«Баһрам» ҡушаматлы яугир хәрби техниканың төҙөклөгө, яғыуылыҡ менән тәьмин ителеүе өсөн яуап бирә. Улар алғы һыҙыҡтағыларға ваҡытында кәрәк-яраҡтарҙы алып бара, кәрәк саҡта ремонт менән ярҙам итә. «Баһрам» үҙе техниканы биш бармағы һымаҡ белә, заманында үҙенең тыуған Ауырғазы районында автотранспорт предприятиеһын етәкләгән, һуңғы йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ рәйесе вазифаһын биләгән, район советы депутаты булған. Илгә хәүеф янағанда ситтә ҡала алманым, ти ул.
Шартлауҙар, һөжүмдәр тынып торған арала блиндаждар ҡаҙылған урман араһы моңға күмелә. «Певец» ҡушаматлы яугир ижад кешеһе, тыныс тормошта ул йырсы Гүзәл Әхмәтова төркөмөнөң администраторы булып эшләгән. Полк егеттәренә төрлө телдәрҙә йырлай, моң күңелде асыу, дауалау һәләтенә эйә, ти, йырсы яугир. Әлбиттә, сәхнәнән һуң яу яланына өйрәнеү еңел булмаған.
Хәрби техника, аҙыҡ-түлек, күңел йылыһы. «Башҡортостан» полкы егеттәре ялғы һыҙыҡта республика етәкселегенең, халҡыбыҙҙың даими ярҙамын һәм рухи теләктәшлеген тойоп йәшәй. Еңеү яулап ҡайтасаҡбыҙ, ти яугирҙар.
Ошо һүҙҙе ҡеүәтләп был юлы ла танкист егеттәребеҙ үҙ маҡсатына өлгәшә, дошмандың күҙәтеү пунктын юҡҡа сығара.
Экипаж үҙ позицияһына әйләнеп ҡайта һәм яңы һөжүмгә әҙерләнә. Сит ил техникаһынан еңелерәк тә, етеҙерәк тә булған заманса танк тәүлек әйләнәһенә хәрби бурыстарҙы үтәргә әҙер. Ә иң мөһиме яугирҙарыбыҙ күңелендә Еңеүгә оло ышаныс йәшәй.
Рәмзиә Кәримова






