Республика колледждарына һәм университеттарына белем алыу өсөн күберәк киләләр. Медицина университетында ғына 4 меңдән ашыу сит ил студенты уҡый. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров "Комсомольская правда" радиостанцияһына интервьюла белдерҙе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, киләһе йылдың декабрендә Өфөлә ВУЗ-ара кампустың тәүге өлөшө файҙаланыуға тапшырыла. Был республикала белем биреү шарттарын тағы яҡшыртасаҡ.







