Республика перинаталь үҙәгендә 250 меңенсе сабый донъяҡа килде

Өфөлә йәшәүсе ғаилә, Гөлсәсәк менән Илнур Бүләковтарҙың өсөнсө улы тыуҙы. Бәхетле ғаиләне Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡотланы. Сабый 22 ноябрҙә тыуған, уға Нуриман тип исем ҡушҡандар.

Республика перинаталь үҙәгендә Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларынан ҡатмарлы диагнозлы йөклө ҡатындар ҡабул ителә. Бала һәм әсәнең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дауалау учреждениеһы заманса техника менән йыһазландырылған. Реанимация бүлегендә бәләкәй ауырлыҡта тыуған сабыйҙар тәрбиәләнә. Үҙәктәге ин еңел кескәй сабый - Эмилия исемле ҡыҙ, уның ауырлығы ни бары 475 грамм. Ул әлегә махсус кювезда.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ