БДМУ менән Төркиә араһында бәйләнеш булдырылыуы ихтимал

Башҡорт дәүләт медицина университеты менән Төркиә араһында бәйләнеш булдырылыуы ихтимал. Бөгөн юғары уҡыу йорто етәкселеге һәм проректорҙары Төркиәнең Рәсәйҙәге генераль консулы менән осрашты. Һүҙ ике яҡ араһында бәйләнеш, студенттар һәм фән менән алмашыу өлкәһен яйға һалыу мөмкинлектәре тураһында барҙы. Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ университет эргәһендәге клиника эшмәкәрлеге лә ҡыҙыҡһындырҙы. Әйткәндәй, юғары уҡыу йортонда бөгөн тотош донъя илдәренән 5100-ҙән ашыу студент белем ала. Улар араһында төрөктәр ҙә бар.

Хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Бөгөн миҫалға килтерелгән мәғлүмәттәрҙе барлап ҡарарҙарҙы әйтербеҙ. Беҙҙе һаулыҡ һаҡлау тармағының киләсәге ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла студенттар һәм фән менән алмашыу мөмкинлеге беренсе планда тора.

Угур Йылмаз, Төркиәнең Рәсәйҙәге Генераль консулы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ