Өс кешенән башланған хәрәкәт хәҙер йөҙҙән ашыу кешене берләштерә. Шишмә районындағы «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәре тиҫтәләгән окоп шәмдәре эшләп алғы һыҙыҡҡа ебәргән. Бынан тыш, паракордтан беләҙек тә үрәләр, ылау ҙа туплайҙар. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Шишмә ауылында йәшәүсе Ирина ханымдың өйө урындағы «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» хәрәкәтенең штаб-фатирына әйләнгән тип әйтергә була. Айырым урындары булмағанға күрә күрше-тирә генә түгел, башҡа ауылдарҙан да әйберҙәрҙе бында килтерәләр. Госпиталгә һам фронтҡа айырым тупланмалар йыйыла.
Аш-һыу бүлмәһе складҡа әйләнһә, йоҡо бүлмәһе - оҫтаханаға. Бында паракордтан беләҙек тә үрәләр, окоп шәмдәрен дә эшләйҙәр. Һуңғыһына һыуыҡтар етеү менә ихтыяж арта, ти ирекмәндәр. Окоп шәмдәрен эшләү өсөн тимер банкаларға ҡатырға киҫәктәре урынлаштырыла. Парафинды Ирина ханымдың күршеһе өйөндә ҡайната.
22 килограмлыҡ парафинды өлөштәргә бүлгәндән һуң, уны йылытырға кәрәк. Был эшкә оҫтарып алған Рима Иҡсанова көнөнә 150 шәм әҙерләй ала.
Ирекмәндәрҙе Ҡырымда йәшәүсе яҡташыбыҙ берләштергән. Ул ярымутрауҙағы госпиталдәрҙә дауаланыу үткән хәрбиҙәргә, алғы һыҙыҡта һуғышҡан яугирҙарға ярҙам итә. Изге эшкә Башҡортостанда йәшәүсе таныштары ла ҡушылған. Ирекмәндәр төркөмө Шишмәлә генә түгел, Өфө һәм Бүздәк райондарында ла барлыҡҡа килгән.
Гуманитар йөктө өс муниципалитет ирекмәндәре бергәләп, транспорт компанияһы аша оҙата. Унда уларға ташыу өсөн ташлама бирелә. Тәүҙә ярты тоннаға яҡын гуманитар йөк оҙатһалар, яңыраҡ ҡына өс тапҡырға күберәк ярҙам ебәрелгән. Әле лә ылау туплау йылдам бара.
Әлфинә Килдейәрова






