200-гә яҡын һалдат Ватан алдындағы бурысын һауа-йыһан көстәрендә һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә үтәйәсәк. Быйылғы көҙгө саҡырылышта Ҡораллы көстәргә бөтәһе 4 меңдән ашыу яҡташыбыҙ ебәрелә. Өфө тимер юл вокзалынан тәүге эшелонды егеттәрҙең яҡындары һәм БЮТ ижади төркөмө оҙатты.
«Славянканың хушлашыуы» маршы аҫтында егеттәр эшелонға ултыра. Бөгөн республиканың төрлө төбәктәренән 200-гә яҡын һалдат әрме хеҙмәтенә оҙатыла. Улар тыуған ил алдындағы бурысын Алыҫ Көнсынсығышта үтәйәсәк. Башлыса Чита өлкәһенә юлланған яҡташтарыбыҙ һауа-йыһан көстәре һәм ҡоро ер ғәскәрҙәре сафын тулыландыра.
Юлға өс тәүлек самаһы ваҡыт китә, һалдаттар йылы кейем менән тәьмин ителгән, туҡланыу ойошторола, телефондан һөйләшеп барырға ла мөмкин. Бының өсөн мобиль операторҙар һәр призывникҡа махсус тарифлы ике SIM-карта таратҡан.
Хеҙмәт итеү урындарына килеү менән егеттәр тәүҙә йәш яугир курсын үтә, армия уставын өйрәнәсәк. Артабан һәр кем үҙ хәрби часына юллана.
Ә был ваҡытта Өфө тимер юл вокзалына Ватан һаҡсыларының яҡындары йыйылған. Әлбиттә, әсәләрҙең улдары өсөн борсолоуы аңлашыла. Тәү сиратта ул махсус хәрби операция менән бәйле.
Хәрби комиссариаттан белдереүҙәренсә, кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәт махсус операция үткәреү менән бер нисек тә бәйле түгел. Элекке кеүек үк ул Рәсәй ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытта һәм план тәртибендә тормошҡа ашырыла.
Владимир Путин указы буйынса хәрби хеҙмәткә 18-27 йәштәрҙәге Рәсәй граждандары саҡырыла. Ә инде йәш планкаһын 30 йәшкә тиклем арттырыу киләһе йылдан башлана. Был процесс 2026 йылдың 1 ғинуарына тиклем һуҙыла. Көҙгө саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итә.
Илдар Байбулатов






