Ейәнсура районында шәл фестивале үтте

Башҡорт шәле республика халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни байлығы берҙәм төбәк реестрына индерелде. Был документ Ейәнсура шәленә патент алыуға тағы бер аҙым. Рәсми бренд барлыҡҡа килеүе халҡыбыҙ хазинаһы булған кейем өлгөһөн һаҡлау һәм тағы ла нығыраҡ популярлаштырыу мөмкинлеге бирә. Таныҡлыҡ Ейәнсура шәле фестивалендә тапшырылды. Әйткәндәй, районда 16-сы тапҡыр уҙғарылған байрам быйыл төбәк-ара статус алды. Унда шәл бәйләү менән шөғөлләнгән бер нисә район оҫталары ҡатнашты.

Үтә лә боронғо, ҡиммәтле картиналар кеүек шәлдәр рамдарға кирелә. Тап шул ваҡытта ғына ул үҙенең бар матурлығын аса. Дебеттән бәйләнгән һәр биҙәк уникаль күренеш.

Ә бына ысын башҡорт шәле биҙәкһеҙ була, ти оҫталар. Уны махсус станок ярҙамында ла бәйләп була. Шулай ҙа урталығын ғына.

Хәйер, фестивалдә ҡатнашҡан һәр оҫтаның да шәле ысын башҡорттоҡо ғына. Йылайырҙар мәҫәлән, сана шәле бәйләй. Ул күпкә ҡалыныраҡ һәм бөтөнләй биҙәкһеҙ.

Хәйбуллалар ҙа шәл ябына. Уларҙыҡы күпкә ҡалыныраҡ һәм һуғылған. Йәғни, тотошлайы менән дебеттән тора.

Ейәнсуралар иһә тап беҙҙең шәл эталон, тип иҫбатлай. Дәғүәселәрен улар кәзә мамығылай тетеп ташларға әҙер.

Ейәнсура шәле балдаҡ аша ла үтә, бейеп тә тора, ти улар. Был иһә сифат күрһәткесе.

Сифат шәлдең ҡатлығына ла бәйле , ти оҫталар. Ейәнсуралар дебет менән ҡушып бәйләнә торған ҡатлыҡ табыу өсөн боронғо ысул ҡуллана.

Ейәнсура шәле стереотиптарҙы ла юҡҡа сығара. Бында уны өлкәндәр генә түгел , йәштәр ҙә, балалар ҙа бик теләп ябына.

Мәләүез, Стәрлебаш, Күмертау, Көйөргәҙе шәлдәре. Дебет биҙәктәрҙән күҙҙәр ҡамашырлыҡ. Бындай колейдоскопта баһалама ағзаларына иң яҡшы шәлде асыҡлауы ла ауыр.

Башҡорт шәлендәге был төйөрҙәрҙе түңәрәк өҫтәл артында ла теттеләр. Орсоҡ осо шул уҡ Ырымбур эшҡыуарҙары, Волгоград дебетен ҡулланыусыларға ла эләкте. Һәр хәлдә Ейәнсура шәле байрам сиктәренән генә сыҡты. Хәҙер ул төбәк-ара кимәлдәге бренд күргәҙмә, йәрминкә, фестиваль дә.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ