Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Ал сәскә» спектакле ҡуйылды

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында - премьера! Билдәле яҡташыбыҙ, рус әҙәбиәте классигы Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әҫәренә Светлан Чураева инценировка яҙған. Премьера Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй сәхнәһендә үтте. Уның ҡуйыусы режиссеры Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова. Сағыу, музыкаль, йөкмәткеле спектаклде сәхнәгә сығарыуға хореграф Супан Асҡарова, композитор Владислав Савватеевтар күп көс һалған. Оҫта ҡулланылған компьютер графикаһы, видеоһүрәттәр балалар өсөн тәғәйенләнгән спектаклде заманса һәм креатив итә.

«Ал сәскә» спектакленең сюжеты изгелеккә, эскерһеҙлеккә, батырлыҡ көсөнә ҡоролған. Мөхәббәт ярҙамында батша улына ҡылынған яуызлыҡ төйөндәре сиселә. «Ал сәскә» спектакле «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һәм ул алты йәштән өлкән булған тамашасыларға тәғәйенләнә. Премьераны балалар ҙа, әта-әсәләр ҙә йылы ҡабул итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ