Трофей туры 1 декабргә тиклем дауам итә, йәкшәмбе ул Ырымбур ҡалаһына юлланаcаҡ. Оҙаҡламай ул «Байконур» космодромынан Йыһанға осорола һәм киләһе йылға Ҡазанда үтәсәк фиджитал спорт ярыштары күргәҙмәһенә урын аласаҡ. Тәүге тапҡыр ҙур турнир форматында үтә «Киләсәк уйындары» спорт һәм һанлы технологияларҙы берләштергән тарихи ярыш булыр тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ҡазанда үтәсәк «Киләсәк уйындары» на тиклем йөҙ көндән аҙ ваҡыт ҡалды. Фиджитал-спорт буйынса Халыҡ-ара ярыштар Ҡазанда киләһе йылға 21 февралдән 3 мартҡа тиклем үтә. Иҫтәлекле дата символы - трофей Рәсәй ҡалалары буйынса тур үтеп, йыһанда ла булып ҡайтасаҡ. Спорт һәм һанлы технологияларҙы берләштергән «Киләсәк уйындары» трофейы Өфөгә килеп етте һәм ул йәштәр иғтибарына тәҡдим ителде.
Башҡорт дәүләт медицина университетында фиджитал-спорт буйынса турнир финалы үтте. Студенттарҙы берләштергән 16 команда араһында финалистар билдәләнде. Һанлы технологиялар һәм спорт уйындары нигеҙендә ойошторолған бәйгелә еңеүселәр Башҡортостан данын Ҡазанда үтәсәк Халыҡ-ара фиджитал спорт ярышында яҡлаясаҡ.
Өфө фән һәм технологиялар университетында ла трофей презентацияһы ойошторолдо. Йәкшәмбе трофей Ырымбурға оҙатыла һәм «Киләсәк уйындары» башланғансыға тиклем йыһанды урап ҡайтып Ҡазан ҡалаһындағы күргәҙмәлә урын аласаҡ.
Киләсәк һанлы технологиялар һәм спортты яратыусы әүҙем йәштәр ҡулында. Өфөлә Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгендә киберспорт клубы, күп функциялы воркаут, балалар ғилми майҙансығы һәм фиджитал-үҙәк асыласаҡ. Был башланғыстар «Киләсәк уйындары» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Флорида Ким






