Республика йылғалары һәм һыу ятҡылыҡтары боҙ менән ҡаплана башланы

Был ваҡытта ҡотҡарыусылар даими рейдҡа сыға. Белгестәр боҙ ҡалынлығын үлсәп кенә ҡалмай, халыҡ менән иҫкәртеү әңгәмәләре лә үткәрә. Беренсе боҙ иң мәкерлеһе булып тора. Шуға ла хәүефһеҙлектең ябай ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау фажиғәле хәлгә килтереүе ихтимал. Сираттағы рейд барышын БЮТ ижады төркөмө күҙәтте.

Тирмән комбинаты эргәһендәге был ятҡылыҡ балыҡсыларҙың яратҡан урындарының береһе. Айырыуса ҡышҡы миҙгелдә ул ир-аттар менән тулы. Әммә һыу әлегә етерлек кимәлдә туңып етмәгән, өҫтәүенә бөгөн һауа торошо йылытты, шуға ла ҡотҡарыусылар иҫкәртеү рейды менән йылға буйына килде.

Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә ике тиҫтәгә яҡын балыҡсыны тап итте. Кемдер яр буйында ғына мәке уйған, ҡайһы берәүҙәр үтә лә йыраҡҡа киткән. Тап улар янына барыу өсөн белгестәр өҫтәренә махсус жилет кейеп, ҡулдарына арҡан алды. Тейешле дистанция һаҡлап һәр балыҡсы менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе.

Боҙҙоң саманан тыш йоҡа булыуын иҫәп алып, улар балыҡсыларға ярға сығырға ҡушты.

Ҡотҡарыусылар һыу объектарында иҫкәртеү сараларын үткәреү өсөн һауа мендәрендәге судно менән дә файҙалана. Ул акватория буйлап хәрәкәт итеү өсөн берҙән-бер хәүефһеҙ транспорт һанала. Судно ярҙамында ҡотҡарыусылар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күреүселәргә барып етә, шулай уҡ уларҙы эвакуациялай ала.

Шишмә районы Енғалыш ауылы эргәһендәге быуаны ла балсыҡсылар үҙ иткән. Әммә шәмбе иртәһендә ҡотҡарыусылар бында бәләкәй улы менән килгән атай кешене генә тап итте. Белгестәрулар менән дә иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе.

Һыу объектары боҙ менән яңы ғына ҡаплана башланыуына ҡармамаҫтан республикала бер нисә күңелһеҙ хәл теркәлгән дә инде. Дүртөйлө районы күлдәренең береһендә ир һыуға ҡолап төшә. Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусылар уны ваҡытында вакуациялай. Шулай уҡ Белоретта туңған һыу ятҡылығы буйлап йөрөгән ике егеткә лә ярҙам талап ителә. Ҡотҡарыу таҡтаһы ярҙамында ҡазаға тарыусылар ярға сығарыла. бындай хәлдәргә юл ҡумаҫ өсөн белгестәр был көндәрҙә боҙға сығыу ҡәтғи тыйыла тип иҫкәртә.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ