«Һан дәресе» проекты сиктәрендә Яндекс үҫеп килгән йәш быуынған юғалған хайуанды табырға ярҙам итеүсе система тәҡдим итте.
Уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан дәрестәрҙең береһе Өфөләге 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында ойошторолдо. Унда балалар «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән хайуан популяцияһын болот сервистары һәм нейро селтәрҙәр ярҙамында өйрәнде.
«Һан дәресе» Бөтә Рәсәй мәғариф проекты йәш быуынға алдынғы технологик компанияларҙан белем алырға һәм һанлы иҡтисад өлкәһендә күнекмәләр һәм компетенциялар үҫтерергә мөмкинлек бирә. Уникаль проект алдынғы IT-компаниялар һәм ойошмалар тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Тап улар мәктәп уҡыусыларына технология һәм программалау менән бәйле һөнәрҙәр донъяһында үҙ йүнәлешеңде табырға ярҙам итә.
Дәрес Таулы Алтайҙағы Сайлюгем милли паркы өсөн Yandex Cloud реаль проекты нигеҙендә төҙөлгән. Ул видео, теориялы комикстар, инфографика һәм белемде нығытыу өсөн интерактив тренажерҙан тора. Уҡыусылар виртуаль машиналарҙы көйләне һәм болот сервистарынан хайуандарҙы фотоларҙа таный алырлыҡ ҡушымта йыйҙы.






