Башҡортостанда коклюш менән ауырыусылар артҡан

Быума йүтәл менән республикала 327 кеше сирләүе теркәлгән. Пациенттарҙың күбеһе - балалар. Температура менән үткән хәүефле ауырыуҙы нисек киҫкен респиратор сирҙән айырырға һәм дөрөҫ дауаланырға? Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Зөлфиә Солтанова поликлиникала 4 айлыҡ ҡыҙын быума йүтәлдән прививка яһатырға әҙерләй. Ике бала әсәһе вакцинаның әһәмиәтен яҡшы аңлай. Коклюшты иҫкәртеп хәүефле сирҙән ҡотолорға мөмкин. Быума йүтәл ауырыуы бер йәшкә тиклемге балаларға айырыуса хәүеф менән янай.

Быума йүтәл инфекцияһының сығанағы - ауырыу кеше. Сир һөйләшкәндә, ҡысҡырғанда, сөскөргәндә, йоғоуы ихтимал. Уның тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем 3 - 15 көн ваҡыт үтеүе ихтимал. Быума йүтәл бронхит, отит, пневмония менән ҡушылған осраҡтар ҙа бар. Теүәл диагноз ҡуйыу өсөн пациентҡа коклюш инфекцияһына ПЦР тест йәки ҡан анализын тапшырырға кәрәк.

Коклюштың айырмалы үҙенсәлеге лә бар. Хәүефле инфекция 3-5 йыл һайын ҡотороп ала. Быума йүтәл сире бер нисә ай дауалана, шуға ла табиптар ваҡытында дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Башҡортостанда әле 327 кеше быума йүтәл менән ауырыуы теркәлгән. Пациенттарҙың күбеһе балалар һәм улар дауалау курсы үтә башлаған.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ