Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды

Иглин районы Ҡарамалы ауылында ул халыҡ йолалары, уйындар менән үрелеп барған байрамға әйләнде.

Дилара менән Азамат Шакировтар өсөн ауыл халҡын йыйып, байрам рәүешендә өмә үткәреү күркәм йолаға әүерелгән. Йырлап һыу буйына төшөү, ҡаҙҙы һалҡын һыуҙа сайҡатыу үҙе бер сағыу күренеш. Был юлы байрамда Ҡарамалы ауыл мәҙәниәт йортоноң «Хәтирә» башҡорт халыҡ фольклор коллективы ла ҡатнашты. Өмә кискә табын менән тамамланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ