1 декабргә тиклем махсус көндәр ҡаралған. Форумға 23 ил делегациялары килде, 50-нән ашыу эшлекле сара уҙғарылды. Пленар ултырышта илдең иҡтисади киләсәге фаразланды. Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостан менән инвесторҙар ҡыҙыҡһына. - Инвестициялар өсөн уникаль шарттар тәҡдим итәбеҙ. Был өлкәлә беҙ Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре рәтендә. Тағы ла нығырыҡ үҫешергә тырышабыҙ, - тине ул.







