Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар биреү тәртибе раҫланды. Талаптарға ярашлы, педагогтың йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш, уның ике йылдан күберәк эшләүе шарт. Грант йыл һайын бирелә, уның суммаһы 575 мең һум була. 2024 йылдың 1 ғинуарынан был премияға дәғүә итеүсе 50 педагог һайлап алына.







