Яңы йыл алдынан профилактик сара даими ойошторола. Операция барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Бының өсөн 31 декабргә тиклем полиция һәм урман хужалыҡтары ҡатнашлығында рейдтар ойошторола. Рөхсәтһеҙ шыршы йәки ҡарағай ҡырҡҡан өсөн ябай кешеләргә 4 мең һумғаса штраф һалына. Тәбиғәткә ҙур зыян килтерелһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла.







