Өфөлә "Ике аҡҡош" конкурсының финалы була

  Ул мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашева һәм танылған музыкант Бәхти Ғайсиндың яҡты иҫтәлегенә арнала. Ижади бәйге еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторола. Унда Башҡортостан, Татарстан, Үзбәкстан республикаларынан, Сочи, Нижневартовск, Тольятти, Төмән, Ульяновск һәм башҡа ҡалаларҙан йыйылған йыр-моң һөйөүселәр тәбрикләнә. Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов һөйләй.

Өфөлә "Ике аҡҡош" конкурсының финалы була

Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсинға арналған конкурста балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. “”Ике аҡҡош” дуҫлыҡ һәм татыулыҡ байрамы”, - ти Башҡортостан татарҙары милли-мәҙәни автономияһы Советы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева.

Өфөлә "Ике аҡҡош" конкурсының финалы була

Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсинға бағышланған Бөтә Рәсәй музыка конкурсының гала-концерты 1 декабрҙә уҙғарыла. 

Фото №1 - Өфөлә "Ике аҡҡош" конкурсының финалы була
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ