Радий Хәбиров Шайморатовсыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне

Радий Хәбиров Донбассҡа эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияға мобилизацияланған һәм алғы һыҙыҡҡа үҙ теләге менән барған яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың бер төркөм хәрбиҙәренә ил алдындағы бурысты үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡтары өсөн дәүләт наградалары тапшырылды.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «шайморатовсылар»ҙың республиканың иң көслө хәрби бүлексәһе булыуын билдәләне.

Радий Хәбиров «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре менән дә осрашып, командование һәм шәхси состав менән аралашты, егеттәрҙең теләктәрен тыңланы. Республика ҡаһарман яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләре өсөн һәр ваҡыт терәк булыуы билдәләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ