Үҙебеҙҙең аҫыл ир-егеттәр менән ғорурланам. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр Донбасста булып, Ватан алдындағы бурысын үтәгән ҡаһарман яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, республика ил һаҡсылары - хәрбиҙәр өсөн ныҡлы терәк, Еңеүгә тиклем барлыҡ тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Башҡортостан етәкселегенең махсус хәрби операция биләмәһенә ойошторолған эш сәфәренән киләһе репортаж.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрбиҙәре республика башлығы Радий Хәбировты тигеҙ сафта, ышаныслы, көр тауыш менән сәләмләне. Махсус хәрби операция биләмәһендә яҡташтарыбыҙ сафтан сыҡҡан техниканы ремонтлап, алғы һыҙыҡтағыларға хәрби бурысты уңышлы үтәргә ярҙам итә. Төбәк етәксеһе, тәү сиратта, шәхси составтың кәйефе, сәләмәтлек торошо менән ҡыҙыҡһынды.
Ҡайһы ваҡыт ремонт ротаһына техниканы хәрби бәрелеш янында тергеҙергә тура килә. Алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән исемле сәғәттәр тапшырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Донбассҡа беренсегә килмәй. Тәүмаҡсат хәрбиҙәрҙе бүләкләү генә түгел, аралашыу ҙа. Көнүҙәк мәсьәләләр буйынса ла командование республика етәксеһе менән бергә фекер алыша.
Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе ирекле батальон хәрбиҙәре лә дәүләт наградалары менән билдәләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «шайморатовсылар»ҙың республиканың иң көслө хәрби бүлексәһе булыуын билдәләне.
Донецк халыҡ республикаһының Марьинский йүнәлеше буйынса Башҡортостандан мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ урындағы тыныс халыҡты неонациястарҙың һөжүменән һаҡлай. Ҡуйылған хәрби бурыстар теүәл үтәлһен өсөн бүлексә даими рәүештә квадракоптер, тепловизор, төнгө күреү приборҙары, дронға ҡаршы ҡоралдар менән тәьмин ителә. Республика алғы һыҙыҡтағыларға ныҡлы терәк.
Радий Хәбиров хәрбиҙәр менән осрашыу барышында шәхсән үҙе һәм Башҡортсотандың барлыҡ район-ҡала башлыҡтары һалдаттарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәк тип билдәләне. Был бурыс власть органдарының һәр кимәле өсөн өҫтөнлөклө. Республикала йәшәүселәр ҙә гуманитар ылау туплауҙа әүҙемлек күрһәтә.
Мобилизацияға эләгеүселәр һәм контракт төҙөгән яҡташтарыбыҙҙы борсоған һорауҙарҙы шәхсән ишетер өсөн, Радий Хәбиров сираттағы эш сәфәре барышында Донбасс буйлап мең ярымдан ашыу саҡрым ара үтте. Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән Башҡортостан хәрбиҙәре лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Журналистар менән аралашыуында республика етәксеһе - Кесе Ватанға ҡайтыуға отпуск алған хәрбиҙәр өсөн республика менән транспорт бәйләнеше ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләне.
Радий Хәбиров хәрбиҙәр менән осрашҡандан ҙуң урамда һаулыҡ ҡушҡан бәләкәй малайҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Төбәк етәксеһе уға иҫтәлеккә исемле сәғәт бүләк итте.
Гөлназ Хәйбуллина



