Бер йыл эсендә дауаханаларҙа теркәлгән пациенттар һаны 18 мең сирленән 23 меңгә тиклем еткән. Күңелһеҙ статистикаға инфекция ауырыуҙары, күңел көсөргәнеше, нәҫел сирҙәре сәбәпсе. Өфөлә ревматик ауырыуҙар миҫалында пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеүгә бәйле ултырыш үтте. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова дауам итә.
Белорет ҡалаһында йәшәүсе Юлия Ключникованың 42 йәшендә быуындары һыҙлай башлай. Бигерәк тә һауа торошо алышынғанда ауыртыныуы көсәйә. Дауаханала тикшереү үткәндән һуң уға көсәйеүсән полиартрит диагнозы ҡуйыла. Аутоиммун сирҙе бөтөнләй дауалап булмай, әммә ваҡытында асыҡлау һәм сара күреү уның аҙыуын иҫкәртә.
Аутоиммун сирҙәр ваҡытында кешенең үҙ иммунитеты сәләмәт күҙәнәктәргә ҡаршы көрәшә башлай. Ҡыҙыл волчанка, Бехтерев сире, көсәйеүсән артрит һәм башҡа сирҙәр Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында дауалана. Ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенә кешенең инфекция, йә көслө стресс кисереүе, шулай уҡ нәҫел сирҙәре сәбәпсе булыуы ихтимал.
Аутоиммун сирҙе шәкәр диабеты менән сағыштыралар, йылдан-йыл сирләүселәр арта, әммә заманса терапия пациенттың йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда аутоиммун сирҙәр һәм уларҙы дауалау алымдары, ревматик ауырыуҙар менән сирле пациенттарға медицина ярҙамын һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе ойоштороуға арналған кәңәшмә үтте.
Аутоиммун сирҙәрҙе ваҡытында дауаламағанда уларҙың аҙыуы, пациенттарҙың инвалидҡа әйләнеүе ихтимал. Был хеҙмәт йәшендәге кешенең үҙенә лә, дәүләткә лә отошло түгел. Шуға күрә үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарлы булыу һәр кешенең яуаплылығы.
Лилиә Мәҡсүтова



