Бөгөн Өфөлә аҡыллы транспорт системаһын индереүҙең икенсе этабы тамамланды. Заманса технологиялар ярҙамында хәҙер ҡаланың күп кенә урамдарында автомобиль хәрәкәте дистанцион көйләнә. Бының менән белгестәр тығындар барлыҡҡа килеү ихтималлығын кәметә һәм транспорт сараларының нигеҙһеҙ тотҡарланыуына юл ҡуймай. Интеллектуаль система эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.
Быйыл февралдә Өфөнөң көсөргәнешле участкаларында «аҡыллы» светофорҙар эшләй башланы. Барлығы 50 иҫкәртеүсе объект менән идара итеү контролерҙары, датчиктар һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйылды. Һөҙөмтәлә күп кенә светофорҙар менән хәҙер белгестәр ситтән тороп идара итә. Йәғни, тығындар хасил булыу менән улар йәшел утты кәрәкле яҡҡа оҙағыраҡ яндыра.
Урамдарҙағы хәлде реаль ваҡытта күҙәтеү менән махсус ойошторолған үҙәк шөғөлләнә. Уның белгестәре светофор объекттарының эшен көйләй, транспорт ағымын бүлә, ҡалалағы метеорологик хәлде күҙәтә. Асылда быны Өфөнөң интеллектуаль транспорт системаһының йөрәге тиергә мөмкин.
Иң тәүҙә аҡыллы светофорҙар Октябрь проспектында, Менделеев, Жуков, Рәсәй һәм Комсомол урамдарында барлыҡҡа килде. Икенсе этап башлыса ҡаланың үҙәк урамдарын үҙ эсенә алды. Йәғни, тағы ла 50-нән ашыу светофор яһалма интеллект менән йыһазландырылды.
Үҙәк белгестәре светофорҙарҙың эш схемаһын сикһеҙ һанда үҙгәртә ала. Барыһы ла урамдарҙағы трафикка бәйле. Шул уҡ ваҡытта водителдәр был үҙгәрештәрҙе күрмәй. Әммә автоһәҫкәрҙәр Өфөлә юл хәрәкәтенең ыңғай яҡҡа үҙгәрә барыуын билдәләй.
Белгестәр мәғлүмәттәре буйынса, аҡыллы системаны индереү автомобилдәр үткәреү һәләтен кәмендә 30 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирә. Өфөнән һуң бындай система Стәрлетамаҡ агломерацияһында ла барлыҡҡа килер тип планлаштырыла. Дөйөм алғанда, республиканың баш ҡалаһында 415 светофор объектының 140-ын яңыртыу ҡарала. Һуңғы өсөнсө этап киләһе йыл тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.
Илдар Байбулатов






