Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкалары биреү тураһында закон ҡабул ителде. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында «Башҡортостан республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында» ҡанун ҡабул итте.
Закон менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, айырыуса яҡшы эшләгән хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн яңы социаль ярҙам сараһы билдәләнә. Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған йәки Рәсәй ордендары менән бүләкләнгән яугирҙарға шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаһына хоҡуҡ бирелә. Герой яраларынан йәки ауырыуҙан вафат булған осраҡта, уның ғаилә ағзалары был хоҡуҡ менән файҙалана.
Ҡанун проекты контексында ғаилә ағзалары булып ҡатыны һәм бәлиғ булмаған балалары, ә улар булмаған осраҡта һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең ата-әсәһе тора. Закон менән ер участкаһы алыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге билдәләнгән.
Мохтажлыҡ критерийы юҡ: ерҙе ғаиләнең матди хәле һәм килеменә ҡарамай алырға мөмкин. Закон Башҡортостан башлығына ҡул ҡуйыуға йүнәлтелгән.






