Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башҡорт халыҡ әкиәте яңы һүрәтләнештә донъя күрҙе. Бынан ары балалар әҙәби әҫәр уҡыу менән бергә, махсус һылтанма аша уйынға ла күсә ала. Яңы мультимедиалы китаптың исем туйы бөгөн Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала Башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусылары башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерә. «Шаян бесәй» әҫәре менән улар «Һаумы, һаумы әкиәт» республика конкурсында ла сығыш яһаған. Уҡытыусыларҙың халыҡ ижадына һаҡсыллығы балаларҙа сағылыш тапҡан.
Башҡорт халыҡ әкиәтен бөгөн айырым китапта уҡырға мөмкин. Уның ҡарауы, ул мультимедиа нигеҙендә нәшер ителгән. Йә махсус һылтанма аша һәр кем уйынға ла күсә ала.
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә һуңғы йылдарҙа балалар өсөн күп төрлө баҫмалар донъя күрә. «Шаян бесәй» тип исемләнгәне милли нәшриәт яңылығы. Һуңғыһы ла булмаҫ. Яҡын арала тағы ла дүрт китаптың нәшер ителеүе көтөлә.
«Шаян бесәй» башҡорт халыҡ әкиәтенең исем туйы викторина уйыны менән тамамланды. Йомаҡ һорауҙарынаа дөрөҫ яуап ҡайтарыусыларға китаптар бүләк ителде.
Азат Ғәлиуллин



