Өфөлә республика клиник психиатрия дауаханаһының элекке баш табибы Владимир Пурик йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Медицина учреждениеһына 25 йыл етәкселек иткән осорҙа ул тотош тармаҡ үҫешенә тос өлөш индерә. Белгестәр әҙерләү менән бер рәттән, республиканың һәр район-ҡалаһында ашығыс ярҙам бригадаһын булдырыуға өлгәшә.
Сарала ведомство вәкилдәре, Республика клиник психиатрия дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм медицина колледжы студенттары ҡатнашты. Мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында ғаилә исеменән Владимир Пуриктың улдары сығыш яһаны. Улар бөгөн атаһының хеҙмәт юлын дауам итә.



