"Рәсәй - спорт державаһы" форумын киләһе йылдың көҙөндә уҙғарыу көтөлә

Радий Хәбиров "Тура бәйләнеш" барышында Башҡортостандың "Рәсәй - спорт державаһы" форумын 2024 йылдың октябрендә Өфөлә уҙғарыуҙы тәҡдим итеүе тураһында белдерҙе. "Аныҡ ҡарарҙы Рәсәй Президенты хакимиәте ҡабул итә. Ни өсөн октябрь? Август аҙағында Көрәш һарайын төҙөп бөтөргә планлаштырабыҙ. Форумды шунда уҙғарырға мөмкин. Был спорт һәм физкультура үҫешен анализлау, һөҙөмтәләрҙе барлау буйынса төп форум", - тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - "Рәсәй - спорт державаһы" форумын киләһе йылдың көҙөндә уҙғарыу көтөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ