Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетына 25 йыл

Өфөлә был айҡанлы тантаналы йыйылыш үтте. Комитеттың эшмәкәрлегенә тос өлөш индереүселәр тәбрикләнде.

Башҡортостан ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре иҫәбе буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәге - бөгөн уларҙың һаны 39-ға еткән.

Юнеско-ның ассоциацияланған белем усаҡтары башҡа илдәр халыҡтарының этник мәҙәниәте, тарихы, йолалары менән таныштырыуҙан тыш, тел оҫталығын камиллаштыра, шулай уҡ тыуған республикаһының глобаль донъялағы ҡаҙаныштарын популярлаштыра, уларҙы бөтә донъяға таныта. Әлеге ваҡытта Юнеско-ның Глобаль геопарктар селтәренә донъяның 48 илендә 195 биләмә инә.

Башҡортостан ЮНЕСКО- ның халыҡ-ара статусына эйә булған биләмәләрен, Рәсәйҙә уның глобаль геопарктар селтәрен үҫтереүҙә лидер булып тора. Республика башлығы ҡарамағында Башҡортостан геопарктары буйынса попечителлек советы булдырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ