«Йәштәр эксперт үҙәге» проектында ҡатнашыусылар Өфөлә форумға йыйылды

Проект Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәштәрҙе берләштерә.

4 ай дауамында улар Республика башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында бушлай уҡыған. Коммуникациялар, мәғлүмәт аналитикаһы, медиа, PR өлкәһендә сәйәси менеджмент программаһы буйынса белемдәрен камиллаштырған. Һөҙөмтәлә 25 белгес үҙ проектын уңышлы яҡлаған.

Форумда йәштәргә федераль эксперттар лекция уҡыны, тренингтар үткәрелде. «Социаль проектлау», «Мәғариф һәм хеҙмәт баҙары», «Сәләмәтлек һәм экология», «Йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам» темалары буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.

Сараны йомғаҡлап етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттар корпусына мөрәжәғәт әҙерләнәсәк. Проект авторҙары үҙ тәҡдимдәрен ҡануниәттә күрергә теләй.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ