«Минең менән хыяллан» проекты 10 йәшлек малайҙың хыялын тормошҡа ашырырҙы

«Минең менән хыяллан» Бөтә Рәсәй проекты Белореттан Иван Кныштың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. 10 йәшлек малай самолеттар ярата һәм күптән авиатренажерҙа шөғөлләнергә теләгән. «Наше дело» төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Беренселәр хәрәкәте» менән берлектә һаулыҡтары насар булған балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашыра.

Бөгөн Иван үҙен еңел һауа судноһы пилоты булараҡ һынап ҡараны. Тәжрибәле инструкторҙар малайҙы самолет штурвалын тотоу, нисек идара итеү кеүек ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Шулай уҡ авиация уҡыу үҙәге эшмәкәрлеген ҡараны. Тик Иван Кныш киләсәктә үҙен программист һөнәрендә күрә. Уҡыуҙан тыш, саксофонда уйнау менән мауыға.

Самолеттар менән күптәп ҡыҙыҡһынам. Әллә күпме осҡаным, пилот кабинаһында ултырғаным бар. Тик уның менән идара ғына итмәнем. Шуға ла мин авиатренажер хаҡында хыялландым. Киләсәктә үҙемде был өлкәлә күрмәйем. Ул минең өсөн ҡыҙыҡһыныу ғына...

Иван Кныш
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ