Өфө университетында персоналләштерелгән туҡланыу буйынса үҙәк ойошторола

«Өҫтөнлөк - 2030» федераль маҡсатлы программаһында уңышлы ҡатнашыу һөҙөмтәһе. Өфө дәүләт нефть техник университетында студенттарҙың персоналләштерелгән туҡланыуы буйынса үҙәк ойоштороу планлаштырыла.

Юғары уҡыу йортоноң «Махсус химия технологияһы» кафедраһы дәүләт программаһында 2021 йылдан алып ҡатнаша, быйыл лабораториялар ике миллион ярым һумлыҡ грант аҡсаһына заманса ҡорамалдар, программа тәьминәте менән йыһазландырылған. Йәш ғалимдар көндәлек туҡланыу рационына индерерлек яңы продукттар булдырыу өҫтөндә эшләй, әлегә инновацион һаналған кондитер, һөт, ит ризыҡтары әҙерләнгән. Лицензия һәм сертификация ойошторолғандан һуң уларҙы вуз ашханаларында, сәләмәт туҡланыу магазиндарында тәҡдим итеү ҡаралған.

Антропометрик тикшеренеүҙәр, микробиологик лаборатория - үҙәк бер нисә майҙансыҡта эшләйәсәк, яңы продукт уйлап сығарып, норматив-техник документтарын эшләгәндән һуң беҙ мотлаҡ рәүештә уны уҡытыу-тәжрибә майҙансығында етештерә башларға тейешбеҙ, барлыҡ ризыҡтар ҙа университет ашханаһының сәләмәт туҡланыу менюһына индерелә.

Ирина Миронова, Өфө дәүләт нефть техник университетының «Махсус химия технологияһы» кафедраһы мөдире, профессор

2020 йылдан алып кафедра ҡарамағында «Өфө дәүләт нефть техник университетының дөрөҫ туҡланыу мәктәбе» эшләй. Проект сиктәрендә студенттарҙың туҡланыу тәртибен өйрәнеү, корректировкалау буйынса комплекслы антропометрик һәм клиник тикшеренеүҙәр уҙғарыла. Эш һөҙөмтәһе булараҡ персоналләштерелгән туҡланыу программаһы төҙөлә, бөйөр, үпкә, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары профилактикаһы алып барыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ