Өфөлә 3-сө Халыҡ-ара этник музыка фестивале үтте

Көй-моңдар ике көн дауамында төрлө халыҡтарҙың уйын ҡоралдарында яңғыраны. Проект Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры тарафынан 2016 йылдан тормошҡа ашырыла. Быйыл да ул билдәле музыканттарҙы һәм ижади коллективтарҙы бергә йыйҙы.

«Ел тыуҙырған музыка» исеме аҫтында ойошторолған фестиваль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының айырым брендына әйләнгән проект. Сираттағы сарала «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «UZORITSA» этно-проекты, «Бишбармаҡ» оркестры, мультиинструменталистар ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына башҡорт музыкаһының саксофон, диджериду һәм рэп аша нисек яңғырауын күрһәтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ