Радий Хәбировҡа 4 меңдән ашыу һорау килде һәм 216 видеомөрәжәғәт әҙерләнгәйне. Аралашыу өс сәғәт ярымдан ашыу барҙы. Тура бәйләнештә республика етәксеһе көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Махсус хәрби операция, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү һәм юлдарҙы тәртипкә килтереү төп темалар иҫәбендә булды. Эфирға эләкмәй ҡалған һорауҙар ҙа иғтибарға алынды. Улар хәл ителеү өсөн төрлө ведомстволарға ебәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Республика башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш өс сәғәттән ашыу дауам итте. Башҡортостан Башлығы йылдағыса граждандарҙан килгән һорауҙарға мөмкин тиклем күберәк яуап биреп өлгөрөргә тырышты. Махсус хәрби операция менән бәйле һорауҙар тура бәйләнештең төп темаһы булды. Ошо көндәрҙә Донбасста эш сәфәре менән булып ҡайтҡан республика етәксеһе яугирҙарға ярҙам - артабан да етди ҡараш һәм яуаплылыҡ менән дауам итәсәк тип белдерҙе. Радий Хәбиров гуманитар ылау тупларға булышлыҡ иткән изге күңелле кешеләргә рәхмәтен еткерҙе.
Киләһе йыл Рәсәйҙә һайлауҙар йылы. Граждандар мартта Ил президентын һәм сентябрҙә республика башлығы өсөн тауыш бирәсәк. Радий Хәбиров һайлауҙа ҡатнашыуы һәм республика менән идара итеүе президент ҡушыуы буйынса буласаҡ тип билдәләне.
Район-ҡалаларҙан килгән һорауҙар башлыса торлаҡ -коммуналь хужалыҡ, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү һәм юлдарҙы тәртипкә килтереүгә ҡағылышлы булды.
2024 йылда Башҡортостан «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумын ҡабул итәсәк. Күләмле сарала төрлө дәүләт етәкселәре, бөйөк спортсылар ҡатнашыуы көтөлә. Был форум Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙың бер өлөшө буласаҡ һәм уны юғары кимәлдә ойоштороу маҡсаты ҡуйыла.
Телефон һәм интернет аша мутлашыусылар һәр ваҡыттағыса әүҙем. Башҡортостан башлығын да был хәүеф урап үтмәй һәм тура эфирҙа ул мутлашыусыларҙан һаҡланыу серҙәре менән уртаҡлашты. Радий Хәбиров ят телефон һандарынан шылтыратыуҙарҙы ҡабул итмәй.
Радий Хәбиров мәғлүмәти хәүеф һәм киберһөжүм әһәмиәтенә лә туҡталды. Йәмғиәттә бола сығарырға теләп деструктив көстәр һөжүме буйынса Башҡортостан ил буйынса беренсе урында иҫәпләнә. Шуға ла иҫкәртеү эшенә, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙе тикшереүгә иғтибар артасаҡ.
Башҡортостан Башлығы менән тура эфир көнүҙәк һорауҙар буйынса фекер алышыу һәм проблемаларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Радий Хәбиров әңгәмә барышында уҡ , борсоған мәсьәләләрҙе иғтибарға алып уларҙы мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итеү юлдарын билдәләне.
Флорида Ким



