Бөгөнгө тура бәйләнеш Радий Хәбиров өсөн бишенсеһе. Башҡортостан Башлығы 2018 йылдан алып халыҡтың һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә.
Йылдан-йыл республика етәксеһенә мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре арта, тура линияны трансляциялау даирәһе киңәйә. Был юлы Радий Хәбировҡа һорауҙарҙы социаль селтәрҙәр, Башҡортостан башлығының рәсми сайтында бирергә мөмкин ине. Тура бәйләнеш республиканың барлыҡ теле һәм радиоканалдары, социаль селтәрҙәр аша трансляцияланды.
Эксперттар фекеренсә, быйыл да иң мөһим һәм көнүҙәк темалар күтәрелде. Халыҡты тәү сиратта юлдар торошо, экология, һаулыҡ, мәғариф өлкәһенә ҡағылған мәсьәләләр борсой. Шулай уҡ тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса ла, шәхси һорауҙар ҙа бар. Осрашыу һөҙөмтәле үтте, тура бәйләнеш төбәк халҡының һулышын тойорға, уларҙың ихтыяжын белергә, көнүҙәк проблемаларҙы асыҡларға булышлыҡ итә, ти тура бәйләнештә ҡатнашыусылар.



