Стәрлетамаҡта «Борон туйҙар гөрләп үткән» республика фестиваленә йомғаҡ яһалды

Туй йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә йүнәлтелгән сарала төрлө район-ҡалаларҙан фольклор, этнографик һәм вокал коллективтар ҡатнашты, Силәбе өлкәһенән дә ҡунаҡтар булды. Сәхнәлә тиҫтәгә яҡын милләттең туй йолаһы күрһәтелде, конкурсанттар ижади программа менән сығыш яһауҙан тыш, милли ризыҡтар ҙа әҙерләп килгәйне. Баһалама комиссияһы ҡарары буйынса беренсе урынды Мишкә районы үҙешмәкәр коллективы яуланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ