Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана филиалы урынлашҡан сауҙагәр Чижов йортонда, «Алмаз баҡса» тип исемләнгән музыкаль-әҙәби кисә үтте. Тамашасылар алдында республиканың йәш һәләттәре сығыш яһаны. Йәш шағирә Юлия Алексеева «Бары тик киҫкен йөрәк» шиғырҙар йыйынтығынан әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Шағир Алмаз Батталов менән күргәҙмәләр һәм мәҙәни программалар үҙәге белгесе Гүзәл Сәлихова ла үҙ ижады менән таныштырҙы. Кисәне Өфө сәнғәт институты студенты, ҡурайсы Айҙар Исхаҡовтың көйҙәре биҙәне.



