Юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн 4 миллиард һум аҡса бүленде. Киләһе йыл был сумманы арттырыу ҡарала. Проблемалы трассалар халыҡ мөрәжәғәте буйынса һайлап алына. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында ошо турала белдерҙе.
Радий Хәбиров М-12 федераль трассаһы төҙөлөшө тураһында ла һөйләне. Объект киләһе йыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. “Эш барышында ауыр техникалар төбәк әһәмиәтендәге юлдарға зыян килтерҙе. Уларҙы 2025-2026 йылдарҙа төҙөкләндереү ҡарала”, - тине республика етәксеһе.






