«Китапхана һөнәри һәм шәхси үҫеш биләмәһе». Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында ошо темаға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә китапхана системаһында эшләүселәрҙең һөнәри компетенцияһын үҫтереү мәсьәләләре, инновацион тәжрибә уртаҡлашыуҙы таратыу, абруйлы конкурстар ярҙамында социомәҙәни мөхиттә китапханасы һөнәренең абруйын күтәреү мәсьәләләре ҡаралды.
Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә «Башҡортостан республикаһының иң яҡшы китапханасыһы -2023» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойоштороған республика конкурсында 45 муниципалитеттан 70 китапханасы һөнәри өлкәлә көсөн һанаған. Иң яҡшы ауыл китапханаһы, балалар һәм йәштәр менән эшләүсе китапхана хеҙмәткәре, медиакиңлектә иң яҡшы китапханасы номинациялары еңеүселәренә дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды. Дипломанттар араһында Баймаҡ районы үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре лә бар.



